+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Сентября 2021, 03:42

Һәр вакцинацияланыусы өсөн – табиптарға өҫтәмә

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация уҙғарыуҙа ҡатнашыусы медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәре биреү ҡағиҙәләре раҫланды.

Һәр вакцинацияланыусы өсөн – табиптарға өҫтәмәҺәр вакцинацияланыусы өсөн – табиптарға өҫтәмә
Һәр вакцинацияланыусы өсөн – табиптарға өҫтәмә

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация уҙғарыуҙа ҡатнашыусы медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәре биреү ҡағиҙәләре раҫланды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 23 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, вакцинация үткәреүҙә ҡатнашыусы медицина хеҙмәткәрҙәренең бөтә бригадаһы прививка эшләнгән һәр кеше өсөн 200 һум аҡса аласаҡ.

Район коэффициентынан һәм Себер өҫтәмәләренән был сумма артыуы ла ихтимал. 40 һум – анкета һәм пациенттың прививка яһатырға риза булыуы хаҡындағы ҡағыҙҙы тултырыу өсөн, 80 һум – вакцина эшләгәнгә, 80 һум прививка алдынан пациентты ҡарау һәм күҙәтеү өсөн иҫәпләнә.

Дәртләндереүсе түләү уҙған айҙағы хеҙмәт хаҡы менән бергә бирелә. Ул 27 августан 31 декабргә тиклемге осор өсөн түләнә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас