+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Сентября 2021, 05:47

Операция яһап... тауышын матурлағандар

Башҡорт хирургтары тауыш тембрын үҙгәртеүсе уникаль операция эшләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Операция яһап... тауышын матурлағандарОперация яһап... тауышын матурлағандар
Операция яһап... тауышын матурлағандар

Башҡорт хирургтары тауыш тембрын үҙгәртеүсе уникаль операция эшләгән. Мәскәүҙең был өлкәләге әйҙәүсе белгестәре етәкселегендә БДМУ клиникаһы табиптары контактлы лазер алымы менән йотҡолоҡҡа операция яһаған. Ул оҫталыҡ дәресе булараҡ үткәрелгән. Онлайн-форматта уның барышын реконструктив һәм яңаҡ-бит хирургияһы буйынса Евразия конгресында ҡатнашыусы 700-ҙән ашыу табип күҙәткән. Был конгрестың 23 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем Өфөлә уҙыуын билдәләп китәбеҙ.

30 йәшлек ҡатын – республикала йотҡолоҡҡа лазер пластикаһы уҙғарылған беренсе пациент. Гормональ препараттарҙы оҙаҡ ҡулланыу уның тауышының ныҡ итеп үҙгәреүенә килтергән. Хирургтарҙың тауыш ярыларына операция эшләүе һөҙөмтәһендә ул нәҙегерәк тауыш менән һөйләшә аласаҡ.

Был алымдың маҡсаты – тауышты йомшағыраҡ, яғымлыраҡ итеү. Кесе инвазив хирургия лазер һәм терәк ларингоскоп ярҙамында үткәрелә, был иһә операциянан һуң була торған йәрәхәттәрҙе кәметергә һәм тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә. Ул сәғәт ярым самаһы дауам итә. Пациентҡа ике аҙна тирәһе һаҡланып, һөйләшмәй йөрөргә кәрәк буласаҡ.

Йотҡолоҡҡа пластика – һирәк үткәрелеүсе операция. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә ни бары 15 шундай операция яһалған. Башҡортостанда иһә был – тәүге тәжрибә.

Фото "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының социаль селтәренән.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас