+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Сентября 2021, 03:25

«ГАЗел»дең дүрт пассажиры һәләк булған

Renault Master машинаһы менән төкөшкән «ГАЗель»гә ут тоҡана. Янғында ундағы дүрт кеше тереләй янып үлә. 

«ГАЗел»дең дүрт пассажиры һәләк булған«ГАЗел»дең дүрт пассажиры һәләк булған
«ГАЗел»дең дүрт пассажиры һәләк булған

Renault Master машинаһы менән төкөшкән «ГАЗель»гә ут тоҡана. Янғында ундағы дүрт кеше тереләй янып үлә. 

Юл-транспорт ваҡиғаһы кисә Мәләүез районында, Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһының 166-сы саҡрымында, була.

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп етә, янғын һүндерелә. Аварияла «ГАЗель»дең водителе һәм өс пассажиры һәләк була, Renault Master водителе йәрәхәтләнә.

Асыҡланыуынса, «ГАЗель» Ырымбурҙан Башҡортостандың Архангел районына «Ырымбур газпромдорстрой» эшселәрен алып китеп барған. Улар Өфө – Инйәр – Белорет юлының Усаҡлы ауылы эргәһендәге һыу үткәргес торбаларҙы ремонтларға тейеш була.

Вафат булыусылар барыһы ла – күрше өлкә кешеләре. Уларға 27, 43, 52, 60 йәш булған.

Автор:
Читайте нас