

Быйыл БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашыра башланы. Амбулатория-поликлиника учреждениелары базаһын нығытыу өсөн 2021 – 2025 йылдарҙа төҙөлөш, реконструкция, капиталь ремонт эштәре ҡаралған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– Программа сиктәрендә республикала 490 һаулыҡ һаҡлау объекты (10 поликлиника, 3 участка дауаханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 табип амбулаторияһы, 2 үҙәк район дауаханаһы, 412 фельдшер-акушер пункты) төҙөү, Ҡырмыҫҡалы һәм Баҡалы райондарында ике поликлиникаға реконструкция яһау планлаштырылған, – тип белдерә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.