+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентября 2021, 07:51

“Таҙа ил 2.0” Өфөгә етеп килә

Иртәгә Өфөгә “Таҙа ил 2.0” автойөрөшөндә ҡатнашыусылар килә. Экология көнө айҡанлы төрлө саралар ҡаралған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Таҙа ил 2.0” Өфөгә етеп килә“Таҙа ил 2.0” Өфөгә етеп килә
“Таҙа ил 2.0” Өфөгә етеп килә

Иртәгә Өфөгә “Таҙа ил 2.0” автойөрөшөндә ҡатнашыусылар килә. Экология көнө айҡанлы төрлө саралар ҡаралған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

6 сентябрҙә Мәскәүҙә “Таҙа ил 2.0” автойөрөшө старт алды. Коммуналь техниканан торған автоколонна, өс мең саҡрым юл үтеп, Волга яны федераль округының ҙур ҡалалары аша үтә. Өфөгә 24 сентябрҙә килеп етәләр, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автойөрөш “Экология” милли проектына ярҙам булараҡ ойошторола. Уның сиктәрендә төрлө саралар ҡаралған.

3-сө гимназияла асыҡ экодәрес үтә, ул республиканың бөтә мәктәптәрендә лә күрһәтелә.  Өлкән класс уҡыусылары өсөн плоггинг –йүгереү планлаштырылған, бында ҡатнашыусылар бер биләмәлә сүп-сар йыя. Студенттарға тематик фильм күрһәтелә, унан һуң экология мәсьәләләрен хәл итеү тураһында һөйләшеү ойошторола. Экобаскетбол һәм экохоккей уйындары мәлендә ҡатнашыусыларға ниндәй ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләйҙәр.

“Торатау” конгресс-холы янында ойошторолған техника күргәҙмәһендә заманса сүп-сар ташыу машиналары күрһәтелә, бәләкәстәр руль артында ла ултырып ҡарай ала. Ошонда уҡ ҡулланылған шиналарҙы йыйыу ойошторола – был тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй, иҫкергән покрышкаларҙан ҡотолоу мөмкинлеге.

Бынан тыш, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр ҡаралған. Әңгәмәгә власть органдары, бизнес, йәмәғәт вәкилдәре саҡырыла.

Экология көнө  “Торатау” конгресс-холы янында концерт менән тамамлана. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов байрамға килеүселәрҙе сәләмләй.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас