+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентября 2021, 11:05

Тәүлек эсендә 20 яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙҙа тәүлек эсендә коронавирус 344 сырхауҙа асыҡланған (кисә 333 ине), зәһәр инфекциянан 20 яҡташыбыҙ вафат булған (кисә – 18).

Тәүлек эсендә 20 яҡташыбыҙҙы юғалттыҡТәүлек эсендә 20 яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ
Тәүлек эсендә 20 яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙҙа тәүлек эсендә коронавирус 344 сырхауҙа асыҡланған (кисә 333 ине), зәһәр инфекциянан 20 яҡташыбыҙ вафат булған (кисә – 18).

23 сентябргә ҡарата Башҡортостанда ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 64 196 тәшкил итә. Дауаханаларҙа уға ҡаршы көрәшеүселәр – 672 (434-е – 60-ты уҙған), 51-енең хәле ауыр, 13-ө яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 6 157.

Бер тәүлектә 184 кеше, яуыз сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәр йәмғеһе – 55 890.

Шәфҡәтһеҙ вирус кисә 18 ауырыуҙың ғүмерен өҙһә, бөгөн 20 үлем осрағы теркәлгән. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып коронавирустан вафат булыусылар 1 477-гә етте (1213-ө – 60 йәштән өлкәндәр).

Пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө был сир 178 сырхауҙа раҫланған, 168 кеше унан ҡотолоуға өлгәшкән.

Ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе өлөшөн яһатыусылар – 1 259 935, шуларҙың 91,4 проценты, йәғни 1 152 704-е икенсеһен дә эшләткән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас