+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентября 2021, 04:00

Тәҡдим ителгән проект сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә

Башкортостандың Үҫеш корпорацияһы "Атлант" компанияһы һәм Өфөнөң эре төҙөлөш ойошмалары менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Тәҡдим ителгән проект сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итәТәҡдим ителгән проект сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә
Тәҡдим ителгән проект сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә

Башкортостандың Үҫеш корпорацияһы "Атлант" компанияһы һәм Өфөнөң эре төҙөлөш ойошмалары менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Инвестор тәҡдим иткән проект республикала махсус материалдар етештерә башлауҙы күҙ уңында тота. Самолеттар эшләгәндә ҡулланылған принциптарға таянған технология буйынса сығарылған төҙөлөш материалдарын ҡулланыу йорт нигеҙен ҡорғанда сығымдарҙы ҡырҡа кәметә, йөк машиналарын йәлеп итеүҙе ҡыҫҡарта. Инвестор проектҡа бер миллиард һум аҡса бүлергә әҙер.

Кәңәшмә барышында компания вәкилдәре яңы төҙөлөш технологияһының мөмкинлектәре, өҫтөнлөгө, уның юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре тураһында һөйләне. Бындай осрашыуҙарҙы Корпорация проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бар этаптарын оҙатыу барышында үткәреп тора.

Корпорация шулай уҡ инвесторҙың керамзит етештереүсе эшҡыуар менән хеҙмәттәшлеген яйға һалырға ярҙам итте. Был хаҡта Йәрмәкәй районының бизнес-шерифы менән онлайн-осрашыу ваҡытында телгә алынғайны.

Инвестор республикала Universal тигән заманса төҙөү плиталары етештереүҙе асырға ниәтләй. Улар аҙ ҡатлы йорттар һалғанда ҡулланыла. Был технологияға оҡшаштар Рәсәйҙә әлегә юҡ.

Автор:
Читайте нас