

25 сентябрҙә Башҡортостанда таҙалыҡ көнө үтә.
Ул Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә бағышлана. Республиканың Экология министрлығында белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең 70 төбәгендә һәм донъяның 150 илендә был көндө күләмле экологик акция ойошторола.
Башҡортостандың ҡала-райондарында өмә өсөн 700-ҙән ашыу майҙансыҡ билдәләнгән. Йәмәғәт институттарын, бизнесты, муниципалитеттарҙы, халыҡты бер командаға туплап, республика #ЭШЛӘРБЕҘ2021 экологик акцияһында ҡатнаша. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы барыһын да коллегалары, ғаиләһе, дуҫтары менән урамға сығып, тирә-йүнде таҙартырға саҡыра.