+10 °С
Ясно


«Лада Гранта» ҡаршыға килгән Volvo Trucks йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Фәжиғәле юл-траспорт ваҡиғаһы төнөндә Учалы районында Белорет — Учалы — Мейәс автомобиль юлының 137-се саҡрымында була. Йөк машинаһына 49 йәшлек Силәбе кешеһе идара иткән.
Юл фажиғәһендә еңел автомобилдең 24 йәшлек водителе һәм 30 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.