+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентября 2021, 09:03

Дистацион режимға күстеләр

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин, 22-23 сентябрҙә республиканың 12 районындағы мәктәптәрҙең 5-6-7-8 һәм 10 класс уҡыусыларын 14 көнлөк дистанцион уҡытыуға ебәреү буйынса аңлатма бирҙе. Уның билдәләүенсә, республика мәктәптәренең эшләй башлауына 4-се аҙна, әммә балалар һәм педагогтар араһында ковид сиренең асыҡланыуы хәүеф тыуҙырған.

Дистацион режимға күстеләрДистацион режимға күстеләр
Дистацион режимға күстеләр

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин, 22-23 сентябрҙә республиканың 12 районындағы мәктәптәрҙең 5-6-7-8  һәм 10 класс уҡыусыларын 14 көнлөк дистанцион уҡытыуға ебәреү буйынса аңлатма бирҙе. Уның билдәләүенсә, республика мәктәптәренең эшләй башлауына  4-се аҙна, әммә балалар һәм педагогтар араһында ковид сиренең асыҡланыуы хәүеф тыуҙырған.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса 12 районда эпидемиологик хәл ҡатмарлы тип билдәләнә. Уға ярашлы төбәк  хакимиәттәренең оператив штабтары менән берлектә ҡарар ҡабул ителгән. Айбулат Хажин әйтеүенсә, башҡа мәктәптәрҙә уҡытыу традицион форматта алып барыласаҡ.

- Дөйөм алғанда, 116 мәктәп, 23 мең ярым бала дистацион режимға күсә. Уҡыусыларҙың дөйөм һанының 4, 5 проценты. Ситтән тороп белем алыуға күскән балалар тейешле гаджеттар, девайстар менән тәьмин ителәсәк. Әгәр ҙә ауылда интернет юҡ икән, ҡағыҙ кейстар биреләсәк. Ә 9-11 класс уҡыусылары ғәҙәти уҡыу режимын дауам итәсәк. Күп балалы, инвалид бала һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар ҡайнар аш урынына аҙыҡ- түлек наборы менән тәьмин ителә. Был туралағы мәғлүмәттәрҙе ата- әсәләргә класс етәксеһе еткереп торасаҡ. Ул ике аҙнаға бер тапҡыр буласаҡ. Ике аҙна дистацион режимда был осорҙо тотороҡло үтербеҙ  тип ышанам. Башҡа райондарҙа ла ошондай хәл ҡабатланһа,  балалар онлайн белем алыуға күсереләсәк. Ата- әсәләр быны аңлап ҡабул итер тип уйлайым. Әле педагогтар араһында сирләүселәр һаны 300 кеше менән билдәләнә. Был 36 мең уҡытыусынан күп түгел. Сөнки педагогтар араһында вакцина эшләтеүселәр 84 процент.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас