

25 сентябрҙә Өфө районында “Аксаков көҙө” тип аталған район фольклор байрамы үтә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сара яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тормошона, эшмәкәрлегенә арнала һәм Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш идаралығы.
Быйыл байрам Зубов ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ паркында үтә. Ҡунаҡтарҙы ҙур программа көтә. Бында тематик ихаталар, Өфө районы Социаль башланғыстарға ярҙам фонды ойошторған уйындар, “Ал сәскәне эҙләп” ҙур квесы, ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе, концерт программаһы ойоштороу ҡаралған.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.
Фото – Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш идаралығы.