

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан Башлығы тәҡдим итте.
Ольга Панчихина республикала балалар хоҡуҡтарын яҡлау өсөн бөтә тәжрибәһен һаласағын белдерҙе. Ул Башҡортостанда 900-ҙән ашыу бала йәшәүен һәм үҙенең улар мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәген әйтеп үтте. Депутаттар уның кандидатураһын күпселек тауыш менән хупланы.
Ольга Панчихинаның ошоғаса Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына етәкселек итеүен билдәләп үтәбеҙ. Ул – Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, күп ижтимағи башланғыстар һәм социаль проекттар авторы, социаль технологиялар индереү һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү өлкәһендәге эксперт. Уның тәҡдиме менән бик күп хәйриә акциялары ойошторолған.
Ольга Панчихина был вазифала 11 йыл эшләгән һәм Дәүләт Йыйылышына депутат итеп һайланған Милана Скоробогатованы алмаштырҙы.
Фото Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайтынан алынды.