

2022 йылда страховка пенсиялары 5,9 процентҡа арттырыла, тип хәбәр итә "Яңылылҡтар" мәғлүмәт агентлығы, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяковҡа һылтанма менән.
Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшләмәгән пенсионерҙарға ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы йыллыҡ инфляциянан юғарыраҡ кимәлдә индексациялана.
Эшләмәгән пенсионерҙың ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса йыллыҡ күләме 2022 йылда — 18 521 һум, 2023 йылда — 19 477 һум, 2024 йылда 20 469 һум була, тип билдәләй министр.
Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсиялары йыл һайын 1 ғинуарҙа индексациялана. 2021 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларының уртаса күләме 16 789 һәм тәшкил итә, быйыл уларҙы 6,3 процентҡа арттырҙылар.