-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентября 2021, 14:24

Яңы антирекорд...

Республикабыҙҙа аҙаҡҡы 24 сәғәттә ковид инфекцияһынан 18 ғүмер өҙөлдө, ошоғаса бер тәүлек эсендә был тиклем һанда үлем осрағы теркәлгәне юҡ ине әле. Пандемия башланғандан алып зәһәр вирустан 1457 яҡташыбыҙ вафат булған. Шуларҙың 1 195-е – 60 йәштән өлкәнерәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы антирекорд...Яңы антирекорд...
Яңы антирекорд...

Республикабыҙҙа аҙаҡҡы 24 сәғәттә ковид инфекцияһынан 18 ғүмер өҙөлдө, ошоғаса бер тәүлек эсендә был тиклем һанда үлем осрағы теркәлгәне юҡ ине әле. Пандемия башланғандан алып зәһәр вирустан 1 457 яҡташыбыҙ вафат булған. Шуларҙың 1 195-е – 60 йәштән өлкәнерәк.

22 сентябрь мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 63 852-гә етте. Һуңғы тәүлектә 333 яңы ауырыу өҫтәлгән.

Бөгөнгө көндә 680 сырхау зәһәр сирҙән стационарҙа дауалана. Уларҙың күбеһе (442-һе) – 60 йәштән олораҡ. Ауыр хәлдәгеләр – 48, табиптар 15-ен яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 6 009.

Үткән тәүлектә 307 кеше, яуыз инфекциянан ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан. Сирҙе еңеүгә өлгәшкән яҡташтарыбыҙ йәмғеһе – 55 706.

Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар ҙа көн һайын күбәйә. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 152 сирлегә ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 150.

Әлеге мәлдә республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 257 059 кеше яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 148 029.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас