+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентября 2021, 03:20

Мәскәүҙән - еңеү менән

Мәскәүҙә үткән “Музыканың тылсымлы һулышы” төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестивалендә Башҡортостан вәкиле Гран-при яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәскәүҙән - еңеү менәнМәскәүҙән - еңеү менән
Мәскәүҙән - еңеү менән

Мәскәүҙә үткән “Музыканың тылсымлы һулышы” төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестивалендә Башҡортостан вәкиле Гран-при яуланы.

Фестиваль ҡумыҙға (варган) бағышланды. Унда Тыва, Алтай, Саха (Яҡут), Бүрәтстан, Татарстан, Башҡортостан вәкилдәре, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән халыҡ сәнғәте оҫталары ҡатнашты. Боронғо музыка инструментын һөйөүселәргә шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, йәрминкә-күргәҙмәлә ҡумыҙ эшләүселәр менән танышырға мөмкин ине.

Гран-приға республикабыҙ вәкиле билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың уҡыусыһы Илнур Хәйруллин лайыҡ булды. Илнур шулай уҡ ҡурай, думбыра, дудук, кена, ирен гармошкаһы, гармун, ҡыуыҡлы һорнайҙа (волынкала) уйнау менән мауыға.

8 – 12 йәшлек балалар араһында беренсе урынды Ырымбур өлкәһенең Новосергеевск районы Ҡотош ауылынан Замир Дауытов алды. Ул – билдәле музыка оҫтаһы Рәйес Низаметдиновтың уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас