+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентября 2021, 11:45

Мәктәптәр дистацион белем алыуға күсә

Башҡортостан мәғариф министрлығы коронавирус арҡаһында  5, 6, 7, 8 һәм 10 класс уҡыусыларын  14 көнлөк дистацион белем алыуға ебәрәсәк. Был исемлеккә бөтә мәктәптәр ҙә түгел, ә республиканың 12 районы бар.

Мәктәптәр дистацион белем алыуға күсәМәктәптәр дистацион белем алыуға күсә
Мәктәптәр дистацион белем алыуға күсә

Башҡортостан мәғариф министрлығы коронавирус арҡаһында  5, 6, 7, 8 һәм 10 класс уҡыусыларын  14 көнлөк дистацион белем алыуға ебәрәсәк. Был исемлеккә бөтә мәктәптәр ҙә түгел, ә республиканың 12 районы бар.

Һүҙ Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш, Яңауыл райондары хаҡында бара. Мәктәптәрҙәге санитар- эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп һәр төбәк быны үҙе хәл итә. Кемдәргә түләүһеҙ туҡланыу ҡаралған, шул категория өйҙә лә аҙыҡ- түлек наборы менән тәьмин ителәсәк.

Бынан алда спорт министрлығы ябыҡ урындарҙа үткәрелгән спорт сараларын кисектерҙе. Сикләү 2021 йылдың 1 ноябернә тиклем ҡаралған.

Шулай уҡ төбәктә планға ярашлы үткәрелгән диспансеризация һәм профтикшереүҙәр туҡтатылып торған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас