+16 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентября 2021, 10:55

Батырлыҡ ордены менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Пермь университетында атыш ойошторған енәйәтсене ҡоралһыҙландырған полиция лейтенанты Константин Калининды “Батырлыҡ өсөн” ордены менән бүләкләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйған.

Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеБатырлыҡ ордены менән бүләкләне
Батырлыҡ ордены менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Пермь университетында атыш ойошторған енәйәтсене ҡоралһыҙландырған полиция лейтенанты Константин Калининды “Батырлыҡ өсөн” ордены менән бүләкләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйған.

Шулай уҡ указда билдәләнеүенсә, студенттарҙы эвакуацияларға ярҙам иткән икенсе хеҙмәткәр, өлкән лейтенант Владимир Макаров “Йәмәғәт тәртибен  һаҡлағаны өсөн” миҙалы менән наградланған.

Тап Константин Калинин приказға буйһонорға теләмәгән ҡораллы Тимур Бекмансуровҡа ата. Унан егеткә тәүге медицина ярҙамы күрһәтә.

Рәсәй эске эштәр министрының ҡарарына ярашлы батырлыҡ күрһәткән ике хеҙмәткәргә   ваҡытынан алда званиелар бирелгәгн. Хәҙер кесе лейтенант Константин Калинин өлкән лейтенант, ә Владимир Макаров - өлкән капитан дәрәжәһенә күтәрелгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас