+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Сентября 2021, 03:15

Тағы бер бала янғында һәләк булған

Көндәр һыуыныу менән янғын осраҡтары йышайҙы. Үкенескә ҡаршы, утта балалар ғүмере ҡыйыла.

Тағы бер бала янғында һәләк булғанТағы бер бала янғында һәләк булған
Тағы бер бала янғында һәләк булған

Көндәр һыуыныу менән янғын осраҡтары йышайҙы. Үкенескә ҡаршы, утта балалар ғүмере ҡыйыла.

Кисә Өфөгә яҡын булған Федоровка ауылындағы “Ерекле” баҡса ширҡәтендә янғын сыға.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә тулыһынса ут ялмап алған өй менән соландың ҡыйығы емерелеп төшкән була.

Ут эсенән ғаиләнең биш ағзаһы үҙаллы сыға алған – әсә һәм дүрт бала. Зыян күргән 11 йәшлек малайҙы дауаханаға оҙатҡандар. Утты һүндергәндә 2012 йылғы ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылған.

Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Тәфтиш органдары “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Автор:
Читайте нас