+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Сентября 2021, 05:27

Матәм көнө

 Пермь крайында бөгөн матәм көнө.  20 сентябрь төбәктең милли тикшеренеү университетында булған атышта 6 кешенең ғүмере өҙөлдө. Ҡорбандар исемлеген төбәктең территориаль хәүефһеҙлек министрлығы рәсми баҫып сыҡҡан. Һәләк булыусыларҙың иң өлкәненә - 66, күбеһе 18-20йәшлек ҡыҙҙар.

Матәм көнөМатәм көнө

Уҡыу йортонда 27 сентябргә тиклем бөтә лекциялар кисектерелгән. Ваҡиға урынында тәфтиш комитеты тикшереү эшен тамамлағас та, университет бинаһында һәм кампустарҙа сәскәләр ҡалдырырға мөмкин буласаҡ, тип хәбәр итә уҡыу йорто.

Студенттарҙың күбеһе кисәге көндө ҡурҡыныс кинолағы бер ваҡиға итеп хәтерләй.Бөгөнгө көнгә үҙ фекерҙәре менән бүлешеүселәр: “Беҙ барыбыҙ ҙа баррикадалар яһап уның артына йәшерендек, ҡыҙҙар иланы, барабыҙ ҙа үлемгә әҙерләндек”,- тигән.

Атыш ваҡытында университет бинаһында 3 мең студент булған. Бәхеткә, уларҙың күбеһе кеше үлтерергә килгән Тимур Бекмансуровтың юлына сыҡмаған.

Кеше ғүмерҙәрен ҡыйыусы үҙе лә ҡаты яраланған.  Әлегә уның дауаханала булыуы хәбәр ителә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас