+9 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 07:26

Әкиәттә ҡунаҡта

Октябрьский ҡалаһында “Әкиәт” тип аталған сквер асылыуын олоһо ла, кесеһе лә ҡыуанып көтөп алды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Әкиәттә ҡунаҡтаӘкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта

Октябрьский ҡалаһында “Әкиәт” тип аталған сквер асылыуын олоһо ла, кесеһе лә ҡыуанып көтөп алды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

25-се биҫтәлә асылған скверҙы төҙөкләндереү үткән йыл башланды, бында йәй буйы эш ҡайнаны. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ҡалала тағы бер уңайлы, матур урын барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йәмәғәт урынын асыу тантанаһында ҡала мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары байрам концерты, балалар өсөн уйындар әҙерләгән.

“Скверҙа төрлө йәнлек һындары күп, балалар бигерәк улар янында фотоға төшөргә ярата. Бәлки, скверға шуның өсөн дә “Әкиәт” исеме бирелгәндер? Әллә ҡала халҡы буш ятҡан урындың иҫ киткес күркәмләнеүен шулай баһаланымы? Ысынлап та мөғжизә бит”, – ти 25-се биҫтәлә йәшәгән Ольга Степановна.

Бында балалар өсөн хәүефһеҙ уйын ҡаласығы төҙөлгән. Спорт тренажерҙары, турниктар, скалодром һәм башҡа ҡорамалдар  ҡуйылған. Сквер яҡтыртылған, ағастар һәм ҡыуаҡтар, газон ултыртылған.

Фото –  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:
Читайте нас