

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙ территорияһында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – ковидҡа ҡаршы вакцинация темпын арттырыу, халыҡ күмәк булған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында санитар нормаларҙы күҙәтеү.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры-һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин прививка кампанияһы башланғандан бирле республикабыҙҙың 1 656 508 доза вакцина алыуы хаҡында еткерҙе. 20 сентябрь мәғлүмәттәре буйынса, уның беренсе компонентын – 1 251 730, икенсеһен 1 138 538 кеше яһатҡан.
– Республиканың көньяғындағы һәм көнбайышындағы ҡайһы бер муниципалитеттарҙа, шулай уҡ Урал аръяғында вакцинация буйынса уртаса республика темпынан артта ҡалалар. Әле алдыбыҙҙа гриптан прививка яһау бурысы ла тора, – тине Максим Забелин.
– Сирҙең артабан таралыуына кәртә ҡуйыу өсөн, коронавирус инфекцияһынан 2,48 миллион кешегә прививка эшләтергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хабиров. – Илебеҙ һәм республикабыҙ үҫешергә тейеш, халыҡтың вирустан мөмкин тиклем нығыраҡ яҡланған булыуы зарур.
Оператив штаб ултырышында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡыу йорттарында коронавирусҡа бәйле хәл хаҡында һөйләне.
– Республика буйынса, дөйөм алғанда, мәктәп педагогтарының 84 процентҡа яҡыны прививка яһатҡан. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер район-ҡалаларҙа күрһәткестәр 50 проценттан 100 процентҡа тиклем тирбәлә. Шунлыҡтан әлегә уҡытыусыларҙың ковидтан тулыһынса яҡланған булыуы хаҡында һүҙ алып барыуы ауыр, – тине Айбулат Хажин. – Уҡыусылар араһында киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусылар артыуы ла һағайырға мәжбүр итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыу йорттарында профилактика сараларын көсәйтергә ҡушты.
Бынан тыш, республика етәксеһе мәҙәни саралар уҙғарғанда, ябыҡ биналарҙа спорт ярыштарын үткәргәндә, шулай уҡ йәмәғәт транспортында санитар нормаларҙы ҡәтғи күҙәтеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.