

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡатын интернетта танышҡан сит ил гражданына үҙ ҡулдары менән 600 мең һум аҡсаһын күсергән. Аҡсаны алғас та ир юҡҡа сыҡҡан.
Күмертауҙа йәшәүсе ханым интернетта Германияла йәшәүсе Джеймс Бенджамин тигән ир менән таныша. Икәү араһында танышлыҡ, бер-береһенә эҫенешеү, ғишыҡ хаттары китә.
Ләкин көндәрҙең береһендә "мөхәббәт утында" янған ир ООН-дың тыныслыҡ урынлаштырыусы хәрбиҙәре менән берлектә Иракҡа китеүен хәбәр итә. Унан осрашырға вәғәҙә бирә. Бының өсөн ҡатын ООН исеменә хат яҙа һәм улар иҫәбенә 4950 евро аҡсаһын күсерә. Аҡса күскәс тә ир юҡҡа сыға. Алданғанын аңлаған яҡташыбыҙға полицияға ғариза яҙыуҙан башҡа юл ҡалмай.