+23 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентябрь 2021, 10:47

Пермь крайында атыш

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Пермь милли тикшеренеү университетындағы атышта һәләк булыусыларҙың  туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.

Пермь крайында атышПермь крайында атыш
Пермь крайында атыш

Рәсәй Президенты Владимир Путин Пермь милли тикшеренеү университетындағы атышта һәләк булыусыларҙың  туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.

Президенттың ҡушыуы буйынса, хөкүмәт етәксеһе Михаил Мишустин Пермь крайына илдең фән министры Валерий Вальков һәм һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконы ебәрҙе. Улар һәләк булыусылар һәм зыян күргәндәрҙең ата- әсәләренә, яҡындарына ярҙам ойошторорға тейеш.

Мәғлүм булыуынса, 20 сентябрҙә Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетына билдәһеҙ террорсы баҫып инә һәм студенттарға, уҡытыуыларға ҡаршы ут аса. Белгестәр билдәләүенсә, борсоуло сигнал ваҡытында яңғырамай, сөнки ҡоралланған кеше башта һаҡсыны атып үлтерә. Сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, һөжүм итеүсе 18 йәшлек Тимур Бекмансуров булып сыға. Ул ОМОН хәрбиҙәренә етди ҡаршылыҡ күрһәтә һәм ҡаты йәрәхәттәр ала.  Әле  кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсе  реанимацияла.

Атыш һөҙөмтәһендә, 8 кешенең һәләк булыуы, 20-н ашыу кешенең яраланыуы хәбәр ителә.  

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас