

Башҡортостан Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин республика мосолмандарына граждандар әүҙемлеге күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Һайлауҙарҙа ҡатнашыу күрһәткесе, дөйөм ил менән сағыштырғанда, республикала юғарыраҡ. Ауыл халҡы был йәһәттән өлгө булды.
Салауат районы бигерәк айырылып торҙо – унда участкаларға һайлаусыларҙың 96,5 проценты килде. Урындағы халыҡтың 88% башҡорт һәм татарҙар икәнен иҫәпкә алғанда, мосолмандарҙың граждандар әүҙемлеге тураһында һығымта эшләп була ла инде.
- Беҙҙең төп принциптарыбыҙҙың береһе – игелеккә булышлыҡ итеү. Был иҫәпкә илгә һәм йәмғиәтебеҙгә файҙа килтерерҙәй кандидаттарҙы яҡлау ҙа инә. Һеҙ, ҡәрҙәштәребеҙ, граждандар әүҙемлегенең шәхсән өлгөһөн күрһәттегеҙ, - тип белдерҙе мөфтөй Айнур Бирғәлин.
Ул шулай уҡ пандемия һәм республиканың көньяғында урман янғындары осоронда мосолмандарҙың битараф ҡалмауын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.