+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентября 2021, 13:05

Бөтә мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек саралары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Пермдәге ваҡиғанан һуң республиканың фән һәм мәғариф министрлығына яңы бурыс йөкмәтте. Етәксенең ҡушыуы буйынса, урындағы мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың хәүефһеҙлеге өсөн бөтә тейешле саралар ҡабул ителергә тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларыБөтә мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек саралары
Бөтә мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек саралары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Пермдәге ваҡиғанан һуң республиканың фән һәм мәғариф министрлығына яңы бурыс йөкмәтте. Етәксенең ҡушыуы буйынса, урындағы мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың хәүефһеҙлеге өсөн бөтә тейешле саралар ҡабул ителергә тейеш.

“Күптән түгел Ҡаҙанда, хәҙер Пермдә. Бөтә мәғариф учреждениеларында именлек саралары булырға тейеш. Шөғөлләнегеҙ”,- тине Радий Фәрит улы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.

Билдәле булыуынса, 20 сентябрь 18 йәшлек Тимур Бекмансуров ҡорал тотоп Пермь милли тикшеренеү университетына килә һәм ут аса. Унан алда енәйәттә ғәйепләнеүсе “Бәйләнештә” селтәренә фото һала һәм яҙыу ҡалдыра:

“Мин был хаҡта күптән уйлай инем. Хыялым ниһайәт тормошҡа аша” тип яҙа ул.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса фажиғәлә алты кешенең ғүмере өҙөлә, яралылар күп. Ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн үҙе лә ҡаты яралана. Бер сығанаҡтар уның дауаханала булыуын хәбәр итһә, икенсеһе  вафаты хаҡында белдерә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас