

Рәсәйҙең автоматлаштырылған “Һайлау” дәүләт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, 18 сентябрҙә киске 20.00 сәғәткә ҡарата Башҡортостанда 1 миллион 287 мең 800 кеше, йәғни исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 48,53 % тауыш биргән.
Республика буйынса иһә 2 миллион 960 мең 265 кеше һайлау хоҡуғына эйә.
Бөгөн, 19 сентябрҙә, 8.00 сәғәттә республика ҡала һәм райондарындағы барлыҡ 3 403 һайлау участкаһы тағы үҙ ишектәрен асты һәм һайлауҙарҙың өсөнсө – йомғаҡлау көнө башланды.
Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән, республика парламентының һәм урындарҙағы советтарҙың депутаттар составы ла тулылана. Өҫтәмә һайлауҙар 29-сы Толбазы, 43-сө Краснохолмск һәм 55-се Беүә һайлау округтары буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына, шулай уҡ Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына, ҡайһы бер ауыл советтарына үтә.
Хөрмәтле яҡташтар, һайлау участкаларына килегеҙ, үҙегеҙҙең гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәгеҙ! Илдең киләсәге һәр беребеҙҙән тора икәнен онотмайыҡ.
Олег Яровиков фотоһы.