+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Сентября 2021, 04:25

Беренсе көндә һайлаусыларҙың 25,82 проценты тауыш биргән

Рәсәйҙең автоматлаштырылған  “Һайлау” дәүләт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, 17 сентябрҙә киске 20.00 сәғәткә ҡарата Башҡортостанда һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 25,82% тауыш биргән.

Беренсе көндә һайлаусыларҙың 25,82 проценты тауыш биргәнБеренсе көндә һайлаусыларҙың 25,82 проценты тауыш биргән
Беренсе көндә һайлаусыларҙың 25,82 проценты тауыш биргән

Рәсәйҙең автоматлаштырылған  “Һайлау” дәүләт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, 17 сентябрҙә киске 20.00 сәғәткә ҡарата Башҡортостанда һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 25,82%  тауыш биргән.

Республика буйынса 2 миллион 960 мең 265 кеше һайлаусы булып тора.

Бөгөн, 18 сентябрҙә, 8.00 сәғәттә республика ҡала һәм райондарындағы барлыҡ 3 403 һайлау участкаһы тағы үҙ ишектәрен асты.

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән республика парламентының һәм урындарҙағы советтарҙың депутаттар составы ла тулылана. Өҫтәмә һайлауҙар 29-сы Толбазы, 43-сө Краснохолмск һәм 55-се Беүә һайлау округтары буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына, шулай уҡ Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына, ҡайһы бер ауыл советтарына үтә.

Тауыш биреү өс көн дауамында бара. Рәсәй Федерацияһы гражданинына тауыш биреү өсөн әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булырға һәм шәхесте раҫлаған документ менән һайлау участкаһына килергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас