+15 °С
Ясно


Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән республика парламентының һәм урындарҙағы советтарҙың депутаттар составы тулылана.
Атап әйткәндә, өҫтәмә һайлау 29-сы Толбазы, 43-сө Краснохолмск һәм 55-се Беүә һайлау округтары буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына, ҡайһы бер ауыл советтарына үтә.
Барлығы 175 һайлау кампанияһы барышында кандидаттар 312 мандат өсөн көрәшә.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.