+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 08:50

Радий Хәбиров: Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын, вәғәҙәләгәнсә, ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырырбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән Көнсығыш сығыу юлынан федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» трассаһына автомобиль юлын һалыу барышы менән танышты.

«Башҡортостан концессия компанияһы» йәмғиәтенең генераль директоры Асабали Закавов һүҙҙәренсә, Федоровка — Шакша юлы киҫелешендә автомобиль юл үткәргесен һәм «Көнсығыш сығыу юлын» төҙөү барышында дөйөм ҡулланылыштағы ваҡытлыса урау юл һалыу тамамланды.

Федоровка-Шакша юл үткәргесе — Көнсығыш сығыу юлы проекты составында иң ҙуры. Төҙөлөш тамамланғас, Федоровка — Шакша автомобиль юлы Көнсығыш сығыу юлы өҫтөнән дүрт һыҙатлы күпер булып үтергә тейеш.

Радий Хәбиров Өфө йылғаһы аша күпер төҙөү барышын да ҡараны. «Лимакмаращавтодороги» йәмғиәтенең баш инженеры Алексей Хавилов әйтеүенсә, «Көнсығыш сығыу юлы» проектында күпер үткәүеле әҙерлеге 25% тәшкил итә. Эштәр графикка ярашлы бара.

«Оҙаҡҡа һуҙылған Көнсығыш сығыу юлы... хәҙер ул әүҙем фазала, башҡарылған эштәрҙең күләме 30 проценттан ашыу инде. Төҙөүселәр 66 эстакада терәүенең 38-ен ҡуйған, 110 күпер бағанаһын һалған.

Төҙөлөштөң күләме хайран ҡалдыра, бында бер үк ваҡытта 2400 кеше, 170 берәмек теника эшләй. Күпер үткәүеле өсөн 5 900 тонна металл объектҡа килтерелгән. Йыл аҙағына 40 процент әҙерлеккә сығырға йыйынабыҙ, был башта раҫланған графиктан күпкә алдараҡ. Тулыһынса Көнсығыш юлын, вәғәҙә иткәнсә, алдараҡ, 2023 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырырбыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас: