+6 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Сентября 2021, 03:20

Башҡортостанда һайлау участкалары асылды

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса тауыш биреү башланды. Башҡортостанда иртәнге 8.00 сәғәттә барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һайлау участкалары асылдыБашҡортостанда һайлау участкалары асылды
Башҡортостанда һайлау участкалары асылды

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса тауыш биреү башланды. Башҡортостанда иртәнге 8.00 сәғәттә барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты.

Республикала 3 403 һайлау участкаһы эшләй. Улар шулай уҡ дауаханаларҙа, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, вокзалдарҙа, ҡарттар йорттарында асылған. 272 тораҡ урында 30 мең граждан күсеп йөрөгән автобус-участкаларҙа үҙ тауышын бирә ала.

Билдәле булыуынса, һайлауҙар өс көн дауамында – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә үтә. Республика буйынса 3 миллиондан ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә. Уларҙың 43 меңе тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр ҡатнаша.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас