+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 11:17

Һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеге

Республика менән идара итеү үҙәге көндәлек иртәнге тура эфирҙар алып бара. 17 сентябрҙә Башҡортостанда өс көнлөк һайлауҙар башланды. Һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеге саралары нисек күҙәтелә, эвакуация планы, хәүефһеҙлек буйынса инструкцияларға ҡағылған һорауҙарға Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Сопин һәм ведомствоның күҙәтеү һәм профилактика сараларын ойоштороу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Исламов яуап бирә.

Һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеге
Һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеге

Һуңғы тәүлектәрҙә республикала урман янғындарының бер осрағы теркәлгән. Хәйбулла районында 2,3 гектар майҙанда үҫентеләр янған.Ә дөйөм республика буйынса башҡа осраҡтар юҡ. 16 сентябрҙә Дүртөйлө районының Түбәнге аташ ауылында янғын теркәлгән. Утта 1931 йылғы бер кеше һәләк булған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: