-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 08:07

Вакцина яһатыусылар араһындағы отоштоң тәүге еңеүселәре билдәле

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр араһында аҡсалата приз уйнатыуҙың тәүге тиражы йомғаҡтары билдәле булды.

Вакцина яһатыусылар араһындағы отоштоң тәүге еңеүселәре билдәле
Вакцина яһатыусылар араһындағы отоштоң тәүге еңеүселәре билдәле

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр араһында аҡсалата приз уйнатыуҙың тәүге тиражы йомғаҡтары билдәле булды. Отошло сертификаттарҙың номерҙарын “Бонус за здоровье” проектының рәсми сайтында йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында шәхси кабинетта белергә мөмкин.

Отоштоң беренсе этабында илебеҙҙә йәшәүсе 500 кеше аҡсалата бүләккә эйә булды. Компьютер, проектта ҡатнашыусыларҙы исемлектән осраҡлы һайлап, лотерея уҙғарыу осоронда еңеүселәрҙе ике тапҡыр билдәләй. Еңеүселәр барлығы бер мең кеше буласаҡ. Уларҙың һәр береһе йөҙәр мең һум аҡса аласаҡ.

Артабанғы тираж 14 октябрҙә була.

Лотереяла Вакцинацияланыусыларҙың берҙәм реестрында уникаль номеры булған кешеләр ҡатнаша ала.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: