+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 08:10

Синоптиктар был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай

Арктик һауа массалары Башҡортостанға һалҡын килтерә. Был турала Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итте. 

16-21 сентябрҙә республикала һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк була. Был осорҙа башлыса термометр бағанаһы +10 градусты күрһәтә.

Осор башында һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән һауала һәм тупраҡта 0, -2° тиклем була, ҡырау төшә, көндөҙ +8, +13°. Артабан температура төндә 0, +5°, урыны менән һауала һәм тупраҡта 0, -5° ҡәҙәр һыуына, ҡырау төшә, көндөҙ +6, +11° була.

Аҙна аҙағына тиклем Башҡортостандың барлыҡ райондарында — ҡыҫҡа ваҡытлы, ә ҡайһы бер урындарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. 21 сентябргә ямғырҙар туҡтай.

Автор:
Читайте нас: