+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 18:57

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?

Бөгөнгө көндә коронавирус менән сағыштырмаса еңел ауырыусы 5 438 яҡташыбыҙ өйөндә дауаланһа, 748-е ковид-госпиталдәрҙә ята. 50-һенең хәле ауыр, 11-е – яһалма һулыш аппаратында.

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?
Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?

Бөгөнгө көндә коронавирус менән сағыштырмаса еңел ауырыусы 5 438 яҡташыбыҙ өйөндә дауаланһа, 748-е ковид-госпиталдәрҙә ята. 50-һенең хәле ауыр, 11-е – яһалма һулыш аппаратында.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, аҙаҡҡы тәүлектә ковид инфекцияһы 316 сырхауҙа асыҡланған, уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 61 930.

Уҙған 24 сәғәттә 307 кеше стационарҙан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып вирусты еңеүселәр – 54 387.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуыз инфекция ҡорбандары көн һайын арта бара. Үткән тәүлектә 15 үлем осрағы теркәлгән. Афәттән йәмғеһе  1 357 ғүмер өҙөлгән. Вафат булыусыларҙың 1 103-ө – 60 йәштән өлкәндәр.

Министрлыҡ шулай уҡ пневмония менән сирләүселәр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 158 сырхауға ҡуйылған, 152-һе унан сәләмәтләнгән.

Республикабыҙҙа ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 231 652 кеше яһатһа, икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 1 114 626.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: