-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 08:15

Башҡортостан Башлығы Урал пружина заводының мөмкинлектәрен баһаланы

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре менән Белоретта һәм Межгорьела булды. 

Башҡортостан Башлығы Урал пружина заводының мөмкинлектәрен баһаланы
Башҡортостан Башлығы Урал пружина заводының мөмкинлектәрен баһаланы

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре менән Белоретта һәм Межгорьела булды. 

Ул Урал пружина заводтың етештереү майҙансығын ҡараны, сығарылған изделиеларҙың ассортименты менән танышты. Заводтың генераль директоры Денис Лоҡманов һүҙҙәренсә, заводта етештереү процесын ойоштороуға заманса ҡараш булдырылған, предприятиела күләмле инвестиция программаһы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл июль айында «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығының «Уралвагонзавод» етәкселеге менән һөйләшеүҙәр уҙғарғандан һуң предприятиеның «Уралвагонзавод» предприятиеларын продукция менән тәьмин итеүе һиҙелерлек артты, тине ул.

Урал пружина заводы – илебеҙ һәм донъя баҙарында танылған алдынғы предприятие.

Ул 2008 йылда ойошторолған, хәҙерге көндә унда 477 хеҙмәткәр эшләй. Уртаса эш хаҡы – 40 мең һумға яҡын. Завод асылғандан алып бында пружиналарҙың киң номенклатураһы үҙләштерелгән, улар 5 меңдән ашыу клиентҡа оҙатыла. Предприятиеның Рәсәй, шулай уҡ Европа ҡалаларында офистары бар. Йыллыҡ әйләнеш күләме 2,067 миллиард һум тәшкил итә.  «ТехУспех» рейтингы буйынса «Урал пружина заводы» йәмғиәте 20 инновацион һәм тиҙ үҫешкән ун компания исемлегенә инә.

Автор:
Читайте нас: