-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентября 2021, 03:35

Баланың янғында һәләк булыуына бәйле енәйәт эше асылған

15 сентябрҙә төндә Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылының Байрам урамындағы йортта янғын сыға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баланың янғында һәләк булыуына бәйле енәйәт эше асылғанБаланың янғында һәләк булыуына бәйле енәйәт эше асылған
Баланың янғында һәләк булыуына бәйле енәйәт эше асылған

15 сентябрҙә төндә Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылының Байрам урамындағы йортта янғын сыға.

Тәүгеләрҙен булып янғын урынына райондың ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етә. Ул ваҡытта ут өйҙө тулыһынса ялмап алған була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан янғынды һүндереүгә туғыҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителә.

Янғын урынын тикшергән ваҡытта 2006 йылғы үҫмерҙең мәйете табыла. Ошоға бәйле тәфтиш органдары “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

 

Автор:
Читайте нас