+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 09:05

1,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ололар эләгеүсән был ҡапҡанға. Ә был юлы 33 йышлек Өфө кешеһе үҙ ҡулдары менән миллион ярым һум аҡсаһын билдәһеҙ кешенең иҫәбенә күсергән.

1,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
1,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ололар эләгеүсән был ҡапҡанға. Ә был юлы 33 йышлек Өфө кешеһе үҙ ҡулдары менән миллион ярым һум аҡсаһын билдәһеҙ кешенең иҫәбенә күсергән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәш кешегә, үҙен банк хеҙмәткәре тип танытып, телефондан шылтыраталар һәм, иҫәбеңдәге аҡсаны кемдер алырға маташа, тиҙәр. Сымдың теге осонан, аҡсаларҙы ҡотҡарып ҡалыу өсөн тиҙ генә онлайн-кредит алырға һәм башҡа банк иҫәптәренә күсерергә кәрәк, тип әйтәләр. Хафаға ҡалған йәш ир шулай эшләй ҙә – 1,5 млн һум кредит юллай һәм 35 иҫәпкә күсерә. Аҡсалар киткәс тә, мутлашыусы әҙәм бәйләнеште өҙә, башҡаса телефонды алмай.

Автор:
Читайте нас: