+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 14:03

Уҡыу лабораторияһы асылды

Евразия фәнни белем биреү университетына ҡараған Башҡорт дәүләт аграр университетында, Минск трактор заводының бренды аҫтында  уҡыу лабораторияһы асылды.

Уҡыу лабораторияһы асылды
Уҡыу лабораторияһы асылды

Евразия фәнни белем биреү университетына ҡараған Башҡорт дәүләт аграр университетында, Минск трактор заводының бренды аҫтында  уҡыу лабораторияһы асылды.

Модернизацияланған лаборатория тракторҙарға һынау үткәрәсәк.

  • Башҡортостандың трактор паркы 53 процентҡа “Белорусь” тракторҙарынан тора. Яңы уҡыу лабораторияһын асыу- урындағы ауыл хужалығы етештереүеселәре өсөн дә, студенттар өсөн дә мөһим ваҡиға, - тигән республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов.

Аграр университет ректоры Илдар Ғәбитов билдәләүенсә, был лабораторияла студенттар трактор- машиналарҙы, ҡорамалдарҙы дөрөҫ файҙаланыу буйынса тейешле белем туплаясаҡ.

Уҡыу йорто һәм Минск трактор заводы араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеү 2020 йылда төҙөлгәйне. Был берлектәге проектҡа заводтың дилеры аша  тейешле финанстар йүнәлтелгән. Аҡсалар лабораторияның капиталь ремонты, уҡыу һәм практик күнекмәләр өсөн двигателдәр һатып алыуға ла тотонолған. Университет һынау стендын модернизациялауға аҡса бүлгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: