+5 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь , 08:55

Уғрылыҡта ғәйепләйҙәр

Башҡортостандан 27 йәшлек Әлиә, ғаиләһе менән Төркиәгә барып, ауыр хәлгә тарыған.

Уғрылыҡта ғәйепләйҙәр

Башҡортостандан 27 йәшлек Әлиә, ғаиләһе менән Төркиәгә барып, ауыр хәлгә тарыған.

Уны аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр. Ошо сәбәпле йәш ҡатын ҡайта алмай, илдән сығыуҙы тыйғандар.

Октябрьскийҙа йәшәгән Әлиә Төркиәгә бер аҙналыҡ ялға ире һәм ике балаһы менән килә. 13 сентябрҙә ғаилә Өфөгә осорға тейеш була. Тик унан ике көн алда яҡташыбыҙҙы аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр. Юғалған сумма – 800 доллар.

Әлиә үҙен ғәйепле һанамай. Ярҙам һорап, Рәсәй илселегенә мөрәжәғәт иткән, тик унда адвокат табырға кәңәш биреү менән генә сикләнгәндәр.

Адвокаттар, күрһәткән хеҙмәттәре өсөн, 2000 доллар һорай икән. Путевка һатҡан турфирма страховка түләүҙән баш тартҡан. Яҡташыбыҙға 5 – 10 йылға хөкүм янай, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.   

Автор: