+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь , 09:25

Табиптар вакцина эшләтеүселәр өсөн өҫтәмә түләү аласаҡ

Башҡортостанда вакцина эшләткән һәр пациент өсөн табиптарға 200-әр һум өҫтәмә түләү бирергә йыйыналар.

Табиптар вакцина эшләтеүселәр өсөн өҫтәмә түләү аласаҡ

Башҡортостанда вакцина эшләткән һәр пациент өсөн табиптарға 200-әр һум өҫтәмә түләү бирергә йыйыналар.

Табиптарға дәртләндереү түләүҙәре хаҡындағы ҡарар проекты республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында баҫылған. Унан күренеүенсә, түләүҙәр 2021 йылдың 27 авгусынан 31 декабренә тиклемге осорҙа прививка яһатыусылар өсөн биреләсәк.

Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан ҡаралған. Түләүҙәр, район коэффициентын да ҡушып, хеҙмәт хаҡы менән бергә иҫәпләнәсәк.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева