+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 16:00

Рәсәй төбәктәре башлыҡтары араһында ТОП-10 исемлегендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының федераль рейтингында ТОП-10 исемлегенә инде.

Социаль селтәрҙәрҙәге уның рәсми аккаунты, «Диалог» АНО-һы версияһы буйынса, дүртенсе позицияла тора. Бәйләнештәр, Инстаграм, Класташтар һәм Facebook майҙансыҡтарында төбәк етәксеһенең әүҙемлеге, контенттар сифаты, уның менән файҙаланыусылар иҫәбе һәм башҡа критерийҙар нисбәте  буйынса Башҡортостан Башлығы 91 балл йыйған.

Волга буйы федераль округтың Компетенцияларҙы үҫтереү Үҙәге кураторы Денис Зацепин фекеренсә, Радий Хәбировтың аккаунттары уны етәксе булараҡ ҡына түгел, ә шәхес булараҡ та белергә, кәрәкле мәғлүмәтте уның үҙенән тура алырға мөмкинлек бирә.

- Радий Хәбировтың аккаунттары теләһә ниндәй кимәлдәге етәкселәр өсөн өлгө була ала. Унда шәхсән һәм төбәктең тормошо тураһында оператив, Башлыҡтың үҙ күҙлегенән сығып бирелгән халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күп. Башҡортостанда һәр кем, әгәр Радий Хәбировҡа яҙһа, йәки комментарий ҡалдырһа, мотлаҡ уға иғтибар итәсәктәрен һәм яуап аласағын белә, - ти Денис Зацепин.

Автор:
Читайте нас: