+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь , 10:27

“Рәхмәт” акцияһы матур йолаға әйләнде

Республикабыҙҙа йәшәүселәр, 17, 18 йәки 19 сентябрҙә тауыш биреп, үҙ һайлау участкаһында "Рәхмәт" акцияһының махсус беләҙектәрен алырға мөмкин.

“Рәхмәт” акцияһы матур йолаға әйләнде

17 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем бөтә илебеҙҙә һайлауҙар уҙа. Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттар һайлаясаҡтар.

Республикабыҙҙа йәшәүселәр, 17, 18 йәки 19 сентябрҙә тауыш биреп, үҙ һайлау участкаһында "Рәхмәт" акцияһының махсус беләҙектәрен алырға мөмкин. “Рәхмәт” акцияһын үткәреү байтаҡ район-ҡалаларҙа матур йолаға әйләнде. Ошо беләҙектәр ярҙамында ташламалы хаҡ менән тауарҙар алырға, хеҙмәттәрҙән файҙаланырға була.

”Рәхмәт” акцияһы һайлау көндәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә, Өфө районында, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещенск, Бөрө, Сибай ҡалаларында уҙа. Ойоштороусылар араһында – Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы, “Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының һөнәри берекмәһе” союзы”, Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы һәм ҡала һәм райондарҙың башҡа эшҡыуарлыҡ берекмәләре.

Автор:Альмира Кирәева