+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 13:41

Конкурсҡа рәсми старт бирелә

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл- 2021” конкурсы старт ала. Республика хөкүмәтендә 16 сентябрҙә был сараға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтә. Быйыл айыҡ тормошто пропагандалаған ярыш ауылдарҙың 50 процентын йәлеп итер тип күҙаллана.

Билдәле булыуынса, былтыр “Айыҡ ауыл” конкурсы байтаҡ райондарҙа үтте, уға әҙерлек буйынса бик әүҙем эш алып барылды. Старт август айында бирелде һәм ул ноябргә тиклем дауам итте. Конкурста барлығы 54 ауыл ҡатнашты. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән бәйгенең приз фонды ун тапҡырға арттырылды. Ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, йәштәр һәм спорт министрлығы сығыш яһаны.   Бәйге ауыл ерендә айыҡлыҡты, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы, тырышып эшләгән ауыл биләмәләренә матди стимул биреүҙе күҙ уңында тота. Еңеүселәргә  аҡсалата яҡшы приз ҡаралған. Ауыл биләмәләре уны урында юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу үткәреү, төҙөлөш йәки хужалыҡ өсөн техника һатып алыуға тотона.

16 сентябрҙә “Айыҡ ауыл” конкурсы рәсми рәүештә иғлан ителә. Конкурстың тәүге этабы презентацион эштәр һөҙөмтәһендә баһалана. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашыусыларҙың асыҡ сығыштары ла булыр тип көтөлә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: