+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь , 10:39

Иғтибарлы булығыҙ

Өфөлә  8 Март һәм Комсомол урамдарында реконструкция эштәре дауам итә. Яңы светофорҙар ҡуйыу өсөн 15 – 17 сентябрҙә 8 Март һәм Владивосток урамдары киҫелешендә светофор һүндерелә. 20 – 23 сентябрҙә Комсомол урамы буйлап Галле ҡалаһы урамынан алып СССР-ҙың 50 йыллығы урамына тиклем хәрәкәт юл билдәләре буйынса башҡарыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Иғтибарлы булығыҙ

Өфөлә  8 Март һәм Комсомол урамдарында реконструкция эштәре дауам итә. Яңы светофорҙар ҡуйыу өсөн 15 – 17 сентябрҙә 8 Март һәм Владивосток урамдары киҫелешендә светофор һүндерелә. 20 – 23 сентябрҙә Комсомол урамы буйлап Галле ҡалаһы урамынан алып СССР-ҙың 50 йыллығы урамына тиклем хәрәкәт юл билдәләре буйынса башҡарыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Юл-транспорт фажиғәләренә юл ҡуймаҫ өсөн, ҡала хеҙмәттәре ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, юл билдәләренә иғтибарлы булырға саҡыра.

Ремонт 2019 йылда башланып, быйылғы йылдың дүртенсе кварталында тамамлана. Ике объекттың оҙонлоғо биш километрҙан ашыу тәшкил итә.

Реконструкция эштәре “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина