+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь , 08:20

Айыу балаһы "ҡунаҡҡа" килгән

Быйыл айыуҙарға бәйле төрлө ваҡиғалар йыш булып тора. Хатта уларҙың кешегә һөжүм иткән осраҡтары ла теркәлгән. 

Айыу балаһы "ҡунаҡҡа" килгән

Быйыл айыуҙарға бәйле төрлө ваҡиғалар йыш булып тора. Хатта уларҙың кешегә һөжүм иткән осраҡтары ла теркәлгән. 

Әбйәлил районында тау саңғыһы комплексы ресторанына айыу балаһы килгән. Хеҙмәткәрҙәр тайыш табандың эскә инергә теләп, баҫҡыста тапанып торғанын видеоға төшөрөп алған.

Айыу балаһы урмандан асығып килеп сыҡҡандыр, моғайын, тип фаразлай видео авторы. Шул уҡ ваҡытта айыуҡай үҙен тәртипле тотҡан, тирә-йүнгә ҡаранып, тәҙрә янындағы баҫҡысҡа менеп баҫҡан да бинаның эсен тикшерә башлаған. Тайыш табан менән осрашыу нисек тамамланғандыр – билдәһеҙ.

Әгәр кешегә айыу менән осрашырға тура килһә, белгестәр бына ошондай кәңәштәр бирә:

— бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ, хатта ул үҙен тыныс тотһа ла;

— айыуҙы ҡурҡытмағыҙ, сөнки уның һөжүм итеүе мөмкин;

— ҡулығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, дуҫтарығыҙ менән бер урынға йыйылығыҙ — үҙегеҙҙе унан ҙурыраҡ икәнегеҙҙе күрһәтегеҙ. Айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай;

— бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Ул баҫтырырға ярата, кешенең артынан төшөүе мөмкин. Йөҙөнә ҡарап, әкрен генә артҡа китегеҙ. Алыҫта йөрөгән айыуҙың ғына хәүефһеҙ икәнен бер ҡасан да онотмағыҙ.

Автор: