+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 15:26

Ауырыуҙар артҡандан-арта

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 61 614-кә еткән. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 312-гә артҡан.

Ауырыуҙар артҡандан-арта
Ауырыуҙар артҡандан-арта

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 61 614-кә еткән. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 312-гә артҡан.

Бөгөнгө көндә дауаханала 732 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә, уларҙың 481-е 60 йәштән олораҡ. 55 ауырыуҙың хәле ауыр, 11-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.Өйҙәрендә дауаланыусылар – 5 460.

Шәфҡәтһеҙ вирус үткән тәүлектә 16 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән.

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Прививканың беренсе компонентын 1 227 114 кеше эшләткән, икенсеһен дә яһатып, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар — 1 108 271.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: