+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь , 09:36

Ҡала үҫә, күркәмләнә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡала үҫә, күркәмләнә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Яңы 12-се балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты һәм  Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына иһә 255 йыл тулды. Балалар баҡсаһы асылыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы менән ошо айҡанлы йыйылған ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.

Бина ике корпустан тора. Унда балалар һәм тәрбиәселәр өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Хәүефһеҙлек маҡсатында баҡса эсендә һәм уның тирәләй 16 видео камераһы ҡуйылған.

– Быйыл “Демография” милли проекты сиктәрендә тағы ла ике балалар баҡсаһы асабыҙ. Стәрлетамаҡ көнбайыш яҡлап үҫә, төҙөлөш әүҙем бара. Яңы йорттарға йәш ғаиләләр күпләп күсә, – ти Владимир Куликов.

Фото – социаль селтәрҙәге видеояҙманан скриншот.

Автор:Гөлшат Ҡунафина