+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Сентябрь , 16:56

Ҡурай сәскәһен хәтерләткән госпиталдәребеҙ - уникаль

Яңы вирус барлыҡҡа килгәндән һуң илдең һәр төбәгендә тиерлек йоғошло сирҙәр дауаханаларын төҙөү, етмәһә, уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалыу тураһында һүҙ барҙы. Республикабыҙҙа Зубово ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло сирҙәр дауаханаларын сафҡа индереү технологияһы үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте.

Ҡурай сәскәһен хәтерләткән госпиталдәребеҙ - уникаль

Яңы вирус барлыҡҡа килгәндән һуң илдең һәр төбәгендә тиерлек йоғошло сирҙәр дауаханаларын төҙөү, етмәһә, уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалыу тураһында һүҙ барҙы. Республикабыҙҙа Зубово ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло сирҙәр дауаханаларын сафҡа индереү технологияһы үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте.

Ул күп өҫтөнлөктәргә эйә. Шуларҙың мөһиме – тиҙ арала төҙөү. Икенсе өҫтөнлөгө – бөтә йоғошло бокс бүлектәре араһында аралашыу мөмкинлеге ,дөйөм коридорҙарҙан бер нисә минут эсендә пациентты реанимацияға йәки КТ-тикшереүгә алып барырға була. Уңайлы ла, функциональ дә һәм хәтәр вирустан максималь һаҡлауҙы ла тәьмин итә был проект.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко республикала ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән яңы йоғошло ауырыуҙар госпиталенә юғары баһа бирҙе.

– Ысынлап та, был дауахананы төрлө йүнәлештә файҙаланып була. Ул бик уйлап, дөрөҫ проектланған.Ҡурай сәскәһе үҙ таждары менән төрлө яҡҡа бүленә ала. Һәр палата боксланған булыуҙан тыш, секцияларҙы ла һүтергә мөмкин. Клиниканы төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан дауалау, төрлө профилдәге пациенттар өсөн файҙаланырға була. Асылда, был – яҡшы уйланылған архитектура сиселеше. Етмәһә, “куб эсендә куб” итеп эшләнеүе лә өҫтөнлөк булып тора. Энергия һөҙөмтәлелеге буйынса ла бина отошло. Проекттың 55-60 көн эсендә тормошҡа ашырылыуы ла – бик һәйбәт өлгө, – тип билдәләне министр.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, ауырыуҙарҙы бокстарға урынлаштырыу улар араһында зарарланыуҙы булдырмай. Тамбур, ванна һәм бәҙрәф, палата һәм шлюзы, айырым тышҡы ишеге булған биналар комплексын шулай тип атайҙар. Сырхауҙы туранан-тура урамдан тамбур аша боксҡа урынлаштыралар. Табип ауырыуға үҙәк коридорҙан шлюз аша инә. Медицина хеҙмәткәрҙәре шлюзда кейенә, шунда уҡ ҡул йыуа. Сирлегә аҙыҡ биреү өсөн шкаф та шлюзда урынлашҡан.

Яңы ковид-госпиталдәр асылыу менән, республикаға илебеҙҙең ундан ашыу төбәгенән вәкилдәр килеп, уларҙың нисек төҙөлөүе менән танышты.

Автор:Альмира Кирәева