+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Сентябрь , 09:13

Мәктәптәргә – яңы ҡорамалдар

Мәләүез районында ла “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре арта. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан 

Мәктәптәргә – яңы ҡорамалдар

Мәләүез районында ла “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре арта.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан 

 

Быйылғы йылдан “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре физика, химия, биология фәндәре буйынса белем алыу майҙаны ла булып тора. Шулай уҡ балалар өсөн бында олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләнергә лә мөмкинлектәр бар.

“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектында Мәләүез районының Дарьино ауылы мәктәбе лә ҡатнашты, тип хәбәр итә  Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Физика, химия, биология кабинеттарына ремонт яһалды, заманса ҡорамалдар ҡуйылды. Ошондай уҡ кабинеттар Нөгөш, Корнеевка ауылдары мәктәптәрендә лә барлыҡҡа килде.

Фото – Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина