+3 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Сентябрь , 14:02

Лаборатория – госпиталдең мөһим бүлеге

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло сирҙәр үҙәгендә ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 500 000 төргә яҡын тикшереүҙәр эшләнгән. Госпиталдең лаборатория-диагностикалау бүлеге 900,47 кв. метрҙы биләгән айырым бинала урынлашҡан.

Лаборатория – госпиталдең мөһим бүлеге

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло сирҙәр үҙәгендә ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 500 000 төргә яҡын тикшереүҙәр эшләнгән. Госпиталдең лаборатория-диагностикалау бүлеге 900,47 кв. метрҙы биләгән айырым бинала урынлашҡан.

Бүлектә 20 белгес: клиник лаборатория диагностикаһы буйынса юғары категориялы табиптар, табип-бактериологтар, лаборатор техниктар эшләй.

Унда биохимия, гематология, молекуляр-биология, микробиология, дөйөм клиник һәм башҡа төр анализдар – ҡыҫҡаһы, ауырыуҙарға диагноз ҡуйырға, уларҙың хәлен аныҡларға, дауалауҙы билдәләргә ярҙам итеүсе бөтә тикшереүҙәр үткәрелә.

Башҡортостан Һаҡлыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш бактериологы Денис Зөфәр улы Мирғәзиев билдәләүенсә, йоғошло сирҙәрҙе асыҡлау буйынса анализ яһағанда заманса алымдар ҡулланыу диагнозды теүәлерәк ҡуйырға ярҙам итә, юғары технологиялар файҙаланыу тикшереүҙәрҙе уҙғарыу ваҡытын һиҙелерлек кәметә.

Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдәр ярҙамында коронавирус тырнағынан меңдәрсә ғүмерҙәр ҡотҡарып ҡалынды. Заманса ошо госпиталдәрҙең пандемияға ҡаршы көрәштәге хәл иткес ролен баһалап бөтөү ҙә мөмкин түгел.

 

Автор:Альмира Кирәева